Башҡортостан ҡыҙы
452 subscribers
2.61K photos
599 videos
1.52K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
💢 Кешелеккә тоғролоҡ

Заман балаларын тәнҡит күҙлегенән ҡылыҡһырларға, уларҙа ниндәйҙер етешһеҙлек эҙләргә күнегеп барабыҙ кеүек. Быуындар араһындағы ҡатмарлыҡтар һәр ваҡыт булған, әлбиттә. Әммә балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, һәр кемен шәхес итеп ҡабул иткән, һәләттәрен асыуҙы һәм матур яҡтарын үҫтереүҙе, ауыр минуттарында ярҙам ҡулы һуҙыуҙы тормош саҡырыуы итеп алған фиҙакәр, көслө уҡытыусылар осраһа, уңышлы һәм бәхетле киләсәгебеҙ өсөн ныҡлы ышаныс уяна. «Ауыл уҡытыусыһы» федераль программаһы буйынса конкурста ҡатнашып еңгән һәм бына инде дүрт йыл Ейәнсура районының Ғайса Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбендә инглиз теленән белем биргән мөғәллимә Зиниә Дүшәнбаева ла – ана шундай рухлы, үҙ хеҙмәтен лайыҡлы башҡарған педагогтарҙың береһе. Тырыш, алдынғы ҡарашлы, етди фекерле уҡытыусыға мәктәп директоры урынбаҫары эшен дә ышанып тапшырғандар.

📍 Тулыраҡ сайтта: https://bashkizi.ru/articles/y-r-k-d-rest-re/2024-07-26/keshelekk-to-rolo-3863404
👍5
Гаджеттар аша туған телдә аралашыу күп осраҡта хәүефһеҙлек өсөн ҡулай.

Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-07-29/mutlashyusylar-yulyn-taba-3864823
👍5
📅 2025 йылда байрам ялдары тураһында Рәсәй Хеҙмәт министрлығы хөкүмәт ҡарары әҙерләгән.

📍 Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-07-26/2025-yylda-bayram-yaldary-3862169
🔥4👍1
💢 Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы көнөнә концерттар афишаһы билдәле булды.
🔥5🥴1
🧿 «Мин – бейсә!»

Хәлиҙә Хариф ҡыҙы Гурованың «Мин – бейсә!» психологик тренингына эләгеүем осраҡлы ғына булды. Саҡырған ергә бар, тиҙәр бит. Әммә һәр осраҡлылыҡ тиккә генә түгеллеген беләм. Тимәк, ул ваҡыттағы күңел талабы, йән ҡорғаҡһыуы шуны һорағандыр. Ете һылыу, ете бейсә булып сыҡтыҡ был уҡыуҙа. Гүзәлдәр, ана, алыҫ, тип тормаған, Башҡортостандың башҡа ҡалаларынан да тартылған. Берәүһе – йөклө. Тиҙҙән өсөнсө балаһын ҡулына алырға тейеш. Барыһы ла – гөрләтеп донъя көткән ир ҡатыны, күп бала әсәһе. Әммә ошондай һөйләшеүҙәргә, практикаларға мохтаж булып килгәндәр.

📍 Гөлназ Ҡотоева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/rukhi-esh/2024-07-29/min-beys-3866496
🙏5😢1
Башҡортостандан вундеркинд Вадим Харисов ниндәй юғары уҡыу йортон һайлаған?

Йәш химик Сәғүд Ғәрәбстанында үткән 56-сы Бөтә донъя химия олимпиадаһында еңеүсе булғайны. Вадимдың коллекцияһында был дүртенсе алтын миҙал.

Вундеркинд Вадим Харисов республикабыҙҙа уҡырға теләй. Уҡыусы Өфө дәүләт нефть университетына документтар тапшырған, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл һәләтле уҡыусы ӨДНТУ-ның университетҡа тиклемге мәктәбен – Республика инженер лицей-интернатын тамамланы.

«Был инде беҙҙең еңеү – Вадим Харисов юғары белемде өйҙә, тыуған республикаһында – Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенә ингән юғары уҡыу йортонда аласаҡ. Беҙ уны аҡыллы, маҡсатлы, фәнде үҫтерергә әҙер егеттәр өсөн булдырҙыҡ. Вадимға һәм беҙҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән бөтә абитуриенттарға уңыштар юлдаш булһын!» — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
🔥6
💥 Ваҡытлы матуғатҡа яҙылыусылар бүләктәр отто
2024 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды.
🔥4
👁 Ҡараһыу

Башҡортса был сир «ҡараһыу» тип атала. Халыҡ, күҙ эсендәге шыйыҡсаның алмашыныуы боҙолоуын, торғон, йәғни ағыуҙан туҡтаған һыу менән сағыштырып, шулай тигән. Ваҡытында дауаламағанда дөм һуҡырлыҡҡа килтереүсе ауырыу – глаукома хаҡында Өфө ҡалаһы 8-се клиник дауаханаһының 1-се күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-офтальмолог Айҙар Ғаяз улы ЙӘМЛИХАНОВ һөйләй.

📍 Тулыраҡ сайтта: https://bashkizi.ru/articles/sikh-t/2024-07-31/ara-yu-3868292
👍4
Инвалид бала тәрбиәләүселәргә – өҫтәмә ял көндәре
Быйыл Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә 28 348 өҫтәмә ял көндәре өсөн түләгән. Был маҡсатта 125 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, тип хәбәр итә бүлексәнең матбуғат хеҙмәте.
👍5
💢 Ҡурған һылыуы

Ҡурған һылыуҙарында серле бер яғымлылыҡ бар, гүйә, улар булмышындағы аҡ ҡайындар нескәлеге, сихри күлдәр тылсымы үҙенә арбай, ылыҡтыра. Ҡаршымда ултырған гүзәлкәйҙең дә үҙен тотошо, һөйләшеүе, холоҡ-фиғеле ялан яҡтарына хас – асыҡ ҡына. Ә исеме һуң! «Башҡорт исемдәре» китабында ла осрамаған, боронғо матур исемдәрҙең береһе – Шәһерниса. Урта Азияныҡылар уның исемен үҙҙәренеке һанаһа, күрше туғандаш халыҡтар иһә, «хозур»ҙы аңлатҡан шәһри һүҙе беҙҙеке, тип бара. Шәһерниса тип уға башҡорт рухлы атаһы Ғиниәтулла ағай ҡушҡан.

📍 Тулыраҡ сайтта: https://bashkizi.ru/articles/a-byl-atyn-y/2024-07-31/ur-an-ylyuy-3868306
👍4🔥1👏1
🕌 Башҡортостандың иман йорттарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн доға ҡылыу ойошторола. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ғибәҙәт өсөн айырым көндәр билдәләргә тәҡдим итте.

Республиканың традицион конфессия лидерҙары һәм диндарҙары тәҡдимде тулыһынса хуплауҙарын белдерҙе. Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы башлығы митрополит Никон һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына рухи ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
🙏4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ситтән тороп һайлауҙарҙа нисек ҡатнашырға?

6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостанда – берҙәм тауыш биреү көндәре. Республика халҡы төбәк Башлығын һайлай һәм бер үк ваҡытта 54-се бер мандатлы Өфө округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙар үтә, ҡала һәм райондарҙа йәшәүселәр урындарҙағы депутаттар өсөн тауыш бирә.

Үҙәк һайлау комиссияһы Мәскәүҙә, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы республиканың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә, Башҡортостан Башлығын һайлауҙар ваҡытында бер участка асыуҙы күҙ уңында тота. Тауыш биреү көндәрендә теркәлгән урындан ситтә булған һайлаусылар “мобиль һайлаусы” механизмы менән дә файҙалана ала.

Быны нисек эшләү тураһында Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге менән «Сәләм» программаһының тура бәйләнешендә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Азат Ғәлимханов һөйләне.
👍4
💢 Хөкүмәт күп балалы ғаиләләр өсөн ипотеканы ҡаплауға социаль түләүҙәрҙе оҙайтты

2024 йылдың 1 ғинуарынан 2030 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө йәки артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр 450 мең һум күләмендә түләү алырға һәм уны ипотекаға түләү итеп индерергә мөмкин. Был осраҡта кредит килешеүе 2031 йылдың июль айына тиклем төҙөлөргә тейеш.
🔥4👍1
🏡 Нигеҙ ҡороу

Нигеҙ ҡоролаһы урынға тәүҙә ҙур аҡ таш һалалар. Тупһаға аҡ таш һалыу йолаһы ла бар. Кесе йома һайын шуны йыуып, сайып торалар. Башҡорт ауылдарында борон йорттар урам буйлап теҙелеп ултырмаған: береһе эстәрәк, икенсеһе тыштараҡ һалынған. Сөнки, улар тыныс урын эҙләгән. Ә тыныс урынды шулай табалар:

📍 Дауамы сайтыбыҙҙа: https://bashkizi.ru/articles/me-d-ber-k-sh/2022-01-17/nige-orou-2656907
🙏5
💢 Баҡыяс

«Йыл уҡытыусыһы», «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары» конкурстары еңеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты Зилә Псәнчинаның исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған хөрмәтле мөғәлимәнең ижад емештәре республика баҫмаларында әленән-әле баҫылып тора һәм күптән инде үҙ уҡыусыһын тапҡан. Авторҙың һутлы тел менән яҙылған, тормош ысынбарлығын сағылдырған, яҙмыштың яҡтылығына инандырған хикәйәләре фәһемле һәм мауыҡтырғыс.

🔖 Хикәйә сайтта: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2024-08-01/ba-yyas-3870262
🔥4