Башҡортостан ҡыҙы
452 subscribers
2.6K photos
599 videos
1.51K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
Кишерҙең һабағын аш-һыу әҙерләгәндә даими ҡулланһағыҙ, күҙлектән бөтөнләй ҡотолорға мөмкин. Уны киптереп, салаттарға, башҡа ризыҡтарға тәмләткес рәүешендә ҡушырға була.

Күҙ йәшкәҙәгәндә укроп төнәтмәһе менән сайҡатырға кәңәш ителә. Бының өсөн 1 стакан һыуға 1 балғалаҡ укроп орлоғо һалып, 5-6 минут ҡайнатырға.

Күҙе насар күргәндәргә ҡара көртмәле һабағынан яһалған төнәтмә ярҙам итер. Бының өсөн 1 аш ҡалағы кипкән үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә һәм ашар алдынан эсергә.
5
⛈️ Кесаҙна, 20 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ көтөлә, көньяҡ-көнбайыш райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +23,+28°.

🌦️🌬️ Йома, 21 июндә, айырым райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11,+16°, көндөҙ +25,+30°.

Сығанаҡ: "Башинформ".
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔶 Йылайыр районының Сидоровка ауыл китапханаһы эргәһендә “Гәүһәркүл” этно-фольклор төркөмөнә “Башҡортостан ҡыҙы”ның яҡын дуҫтары йыйылған. Яратҡан журналдарына арнап таҡмаҡ та сығарғандар.
🔥5👍1
💥 ХӘРӘКӘТТӘ – БӘРӘКӘТ

Был аҙна физик әүҙемлектең мөһимлеге хаҡында мәғлүмәтте еткереү аҙналығы булараҡ уҙа.

Аҙ хәрәкәтләнеү йөрәк ишемияһы сире үҫешеүен 30 процентҡа, II типтағы шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүҙе – 27, йыуан эсәк һәм түш яман шеше менән сирләү ҡурҡынысын 21-25 процентҡа арттыра, ти табиптар.

Хатта иң ябай көндәлек күнекмәләр ҙә һаулыҡты нығыта. Мәҫәлән, эшкә йәйәү йәки велосипедта барыу, иртән зарядка яһау, саф һауала йөрөү баһалап бөткөһөҙ файҙалы. Табиптар аҙнаһына 150-300 минут уртаса физик әүҙемлек, йәки 75-100 минут йылдам физик әүҙемлек мотлаҡ, тип билдәләй табиптар.

Хәрәкәттә бәрәкәт икәнен онотмайыҡ, дуҫтар!

Фото Республика йәмәғәтселек һаулығы һәм медицина профилактикаһы үҙәгенән.
👍4
ХАЛЫҠ ТАБИПТАРЫ «ЕР КӨСӨ» ФЕСТИВАЛЕНӘ ЙЫЙЫЛА

«Ер ҡото – Ер көсө» халыҡ табиптарының республика этномәҙәни фольклор фестивале быйыл 22 июндә Ғафури районының гүзәл мөйөшөндә – Уҡлыҡая янында ойошторола.

📍 Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-06-20/haly-tabiptary-er-k-s-festivalen-yyyyla-3815418
👍3
📸 Ҡабатланмаҫ сихри мәлдәр

Башҡортостандың Милли музейында Айрат Нурмөхәмәтовтың фотокүргәҙмәһе асылды.

“40 йыл мөғжизә эҙләгәндә” тип аталған күргәҙмә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы, “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең фотохәбәрсеһе, фоторәссам Айрат Нурмөхәмәтовтың 60 йәшлек юбилейына һәм ижади эшмәкәрлегенә 40 йыл тулыуға арналған.

Айрат Билал улы 1964 йылда Нуриман районының Иҫке Күл ауылында тыуған. 1982 йылда Өфө полиграфия училищеһын тамамлағас, йәш белгес Кострома өлкәһендә район гәзиттәренең береһендә фотохәбәрсе булып хеҙмәт юлын башлай. 1985 йылдың мартынан алып “Башҡортостан” гәзите редакцияһында эшләй ул.

Күргәҙмә асыу тантанаһына Айрат Нурмөхәмәтовтың хеҙмәттәштәре, дуҫтары, фекерҙәштәре килде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов фоторәссамды тантаналы көн менән ҡотлап, уға иң изге теләктәрен еткерҙе һәм ойошманың иң юғары наградаһын – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалын тапшырҙы.

Тантанала шулай уҡ “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, “Ағиҙел” журналы мөхәррире, журналист, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы генераль директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, билдәле фоторәссам Рәиф Баҙыҡов һәм башҡалар сығыш яһаны.

Улар барыһы ла Айрат Нурмөхәмәтовтың һөнәри оҫталығын, һәр геройы менән шунда уҡ уртаҡ тел табып, күңеленә күпер һала белеүен; ихласлыҡ, кешелеклелек кеүек күркәм сифаттарын билдәләне. Ысынлап та, көндәлек тормоштоң ҡәҙимге мәлдәрен дә сәнғәт әҫәренә әйләндерә белеү, тирә-яҡ донъяны башҡа күҙлектән күрһәтә алыу – ҙур һәләт, профессионалға хас һөнәри үҙенсәлек.

Айрат Нурмөхәмәтов халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика кимәлендәге сараларҙы ла, ябай хеҙмәтсәндәр эшен, көндәлек күренештәрҙе лә берҙәй сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп төшөрә. Республика тормошондағы барлыҡ ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған фотохәбәрсе күргәҙмәгә иң сағыу кадрҙарҙы һайлаған. Һәр фотоһүрәттә ниндәйҙер сағыу һәм ҡабатланмаҫ тарихи мәл һынланған.

📌 Экспозиция 14 июлгә тиклем эшләй.
👍61
🌸Быйылғы Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө бик матур үтте.
🌸Төп приз - велосипедты "Башҡортостан ҡыҙы"на яҙылыусы Суфия апай Рәхмәтулина отто. Уның исеме сыҡҡас та үҙе тауыш бирмәгәс, алып барыусы Наил Юнысов: "Үҙе булмағас, призды кире уйнатайыҡмы?"- тигән һорау ҡуйҙы. Йыйылыусылар бер тауыштан ҡалдырыуҙы һораны. Был ҡарар дөрөҫ тә булып сыҡты. Суфия апай "Максети Щит Уфа" ойошмаһы ирекмәне, МХО-ға маскировка селтәрҙәре үреү эшен алып бара икән. "Ваҡыт әрәм булмаһын тип, селтәрҙәремә йүгергәйнем шул",- тине ул, йөҙө шатлыҡтан ҡояштай балҡып.
🌸Байрам аҙағында редакция ветерандары һәм әсәйҙәр менән һөйләшә-көлөшә сәйҙәр эсеү үҙе бер ғүмер булды.

@Александр Королев фотолары
🔥8
1 июлдән Өфөлә электр транспортында юл хаҡы арта

Өфөнөң «Транспорт инфраструктураһы идаралығы» предприятиеһы 1 июлдән электр транспортында юл хаҡының үҙгәреүе тураһында хәбәр итте.
😭3🥴1
🙏🏻 Өфөлә йәшәүсе Тәнзилә инәй 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Тәнзилә Мөхәмәтйән ҡыҙының бала сағы һәм йәшлеге илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорға тура килгән. Әммә, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, һынмайынса, ул тормошта үҙ юлын тапҡан.
🙏6
Халыҡты митингыларға сығырға әйҙәгән, аҙаҡ үҙе илдән ҡасып киткән Алтынай Вәлитов яңы видео яҙҙырған. Бөгөн ул Америкала бассейнлы фатирҙа йәшәп ята. Бының өсөн нимә кәрәк? Һорауға яуап ябай – Тыуған илде һатырға.

«Башҡортостандан үҙемдекеләр хатта бәйләнешкә лә сыҡманылар. Был хәл кемдең кем икәнен күрһәтте. Ҡаҙаҡтар – мощь», – тип хурланы ул яҡташтарын.

Уҡымышлы милләт – көслө милләт?

Ныҡыш ҡыҙ Милана.

Ошо һәм башҡа темалар хаҡында – «Вәлитов ТV».

https://www.youtube.com/watch?v=ZmBxlxC_NB0
👍1