Башҡортостан ҡыҙы
452 subscribers
2.6K photos
599 videos
1.51K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
📌 Финанс яҡтан мәғлүмәтле ғаиләләр ярыша

Өфөлә финанс яҡтан мәғлүмәтле ғаиләләр араһында Бөтә Рәсәй фестиваленең төбәк этабында ҡатнашыусыларҙы теркәү башланды.
3
Нурия Ирсаеванан ҡатын-ҡыҙҙарға өс мөһим кәңәш:

🦋 Сабырлыҡ. Әсәйем бер ваҡытта ла кешегә ауыр һүҙ әйтмәне, күңелен ҡыйманы. Оло, кесе, ғәрип кеше йәки берәй диуана хәйер һорап килеп инһенме, гонаһһыҙҙан рәнйетмә, ти торғайны. Ауыр булғанда түҙемле ҡала белеү холоҡто сыныҡтыра. Эштә лә, ғаиләлә лә ваҡланмай, үҙ баһаңды төшөрмәй, тигеҙлектә ҡалыу күп хаталарҙан ҡотҡара.

Мөхәббәт. Сабый күңеленә мөхәббәт орлоғо сәсеү мөһим. Тәбиғәт күренештәренә, йыр-моңға, әҙәбиәткә, кешеләргә... Күңелдә яралған мөхәббәт тойғоһон шунан кинәйәләп үҫтереү зарур. Мөхәббәт үҫкән һайын кешенең бәхете бөтәйә, тулылана бара.


Ҡарғыш, рәнйештән өҫтөн булыу. Малайҙарға – әсәй, ҡыҙҙар өсөн атай ҡарғышы – иң емергес көс.
4
«Берҙәм Рәсәй» Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтте

4 июндә «Өфө-арена» спорт комплексы майҙансығында үткән төбәк конференцияһында делегаттар ошондай ҡарар ҡабул итте.

📌 Радий Хәбировтың сығышынан төп фекерҙәр:

Һәр берегеҙгә «фекерҙәштәр» тип мөрәжәғәт итәм, сөнки бик ауыр биш йылды һеҙҙең менән бергә үттек. Бөгөн барыбыҙ ҙа яңынан берләштек. Беҙ республикала, яуҙағы егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн, мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Ошо фекер менән бөгөн бергә тупландыҡ;

Беҙгә ышаналар, заводтар, фабрикалар, яңы предприятелар булдыралар, сөнки беҙ – дөрөҫ, ысын кешеләр. Үҙ һүҙебеҙҙә торабыҙ, эшләй беләбеҙ. Башҡортостанда көн һайын, һәр ҡайҙа яҡшыраҡ булһын тип, эшләргә тейешбеҙ. Был, етәксе булараҡ, минең һәм һеҙҙең, ҙур командабыҙ ағзаларының, тырышлығынан тора;

Мин, Президентыбыҙға, әгәр артабан да республика Башлығы сифатында эшемде дауам итеүҙе ышанып тапшырһа, һайлауҙа ҡатнашам, тип мөрәжәғәт иттем. Президент был ҡарарҙы, йәғни беҙҙең ҙур команданы хупланы. Шул уҡ ваҡытта, һайлау һәр саҡ халыҡ ҡулында, тине. Шулай булған һәм шулай буласаҡ;

Ни өсөн мин тағы ла һайлауҙа ҡатнашам? Үҙ-үҙемә был һорауҙы күп тапҡырҙар биргәнем бар. Тик ошондай саҡта нисек китергә мөмкин? Меңәрләгән егеттең ҡулын ҡыҫып: «Беҙ һине яҡларбыҙ, һинең ғаиләңде һаҡларбыҙ һәм үҙеңә ярҙам итербеҙ», – тип һүҙ бирҙем. Был вәғәҙәне үтәмәү дөрөҫ булмаясаҡ;

Бурыстарыбыҙ бик ябай һәм аңлайышлы. Беҙ һәр ғүмер, республиканың һәр кешеһе өсөн көрәшергә тейеш. Был «халыҡты һаҡлау» тигән ҡатмарлы төшөнсә. Ул, Башҡортостанда кешеләр оҙаҡ, лайыҡлы һәм «өйҙә» йәшәһен өсөн, ниҙәр эшләргә кәрәклеген үҙ эсенә ала;

Үҙеңдән һуң нимә ҡалдырыуың мөһим. Әгәр барыбыҙ бергә татыу, намыҫлы, ҡыйыу эшләһәк, артыбыҙҙан яҡшы һәм яҡты хәтер ҡалдырырбыҙ, тип иҫәпләйем.
🔥4🆒1
Ишле ғаиләләрҙәге уҡыусылар транспортта бушлай йөрөйәсәк

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ишле ғаиләләрҙәге мәктәп уҡыусыларының бөтә төр йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүе хаҡында закон ҡабул итергә ниәтләй. Республикабыҙҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы парламентҡа бөгөн закондарға шул турала төҙәтмәләр индереү хаҡында проект тәҡдим итте.
Был үҙгәреш, килем кимәле ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, бөтә ишле ғаиләләргә ҡағыласаҡ. Балалар уҡыу йылы дауамында көнөнә ике тапҡыр транспортта бушлай йөрөй аласаҡ.
Льгота 2024 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инер, тип күҙаллана.

Фото “Башинформ”дан алынды.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Гөлфиә Юнысова Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүселәрҙең береһе

Яңылыҡтарҙа Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡаланың почетлы граждандары тураһында видеояҙмалар шәлкеме дауам итә. Уның ҡәләменән моң тама, мәҡәләләре, очерктары хеҙмәт кешеһен данлай, халыҡсан шиғырҙары йөрәккә үтеп инә. 75 йәшлек ижадсы бөгөн дә халыҡ араһында, ил уртаһында ҡайнап йәшәй, илһамланып ижад итә. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, «Почет билдәһе», «Салауат Юлаев» ордендары кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданины Гөлфиә Юнысова хаҡында киләһе яҙма.
📌 2024 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға бара.

💖 Хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылырға онотмағыҙ. Һеҙҙең өсөн, йылдағыса, төрлө бүләктәр әҙерләгәнбеҙ.
Конкурста ҡатнашып:
• теген машинкаһы,
• саң һурҙыртҡыс,
• үтек,
• электр сәйнүк,
• термос,
• табалар йыйылмаһы ота алаһығыҙ.
Бының өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналына 6 айға яҙыл һәм квитанцияһы күсермәһен редакцияға ебәр!
Беҙҙең адрес: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 7 ҡат.
Күсермәне электрон почтаға ла һалырға мөмкин. Адрес: bashkizi2022@mail.ru
Журналға һеҙ:
- Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә;
- https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;
- редакцияла яҙыла алаһығыҙ.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 758 һум 70 тин.
Бергә булдыҡ, ошо ябай булмаған осорҙа ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
🔥6
Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры актрисаһы Әлиә ЗАРИПОВА эремсектән торт бешерергә өйрәтә.
🎂Ҡамыр өсөн 200 грамм эремсек, 2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан он, 1 балғалаҡ аш содаһы, ярты балғалаҡ тоҙ кәрәк.
🥛Кремға 2 йомортҡа, 450 миллилитр һөт, 1 стакан шәкәр, 200 грамм аҡ май, 1,5 ҡалаҡ он, биҙәү өсөн киптерелгән кокос вағы алабыҙ.
🥧Йомортҡаға шәкәр ҡушып туғыйбыҙ. Эремсек, аш содаһы, тоҙ, он һалып, ҡалаҡ менән яҡшылап бутайбыҙ, шунан ҡамыр баҫабыҙ. Һигеҙ өлөшкә бүлеп, 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
🧁Кремды ошолай әҙерләйбеҙ. Йомортҡа менән шәкәрҙе туғыйбыҙ, һөт, он өҫтәп тағы туғыйбыҙ. Утҡа ҡуябыҙ, болғатып торабыҙ, ҡайнап сығыу менән уттан алабыҙ, шунан аҡ май ҡушып бутайбыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, һәр йәймәне 180 градус эҫелектәге мейестә бер нисә минут бешереп алабыҙ. Уларҙы йылы килеш крем яғып өйәбеҙ. Өҫтөн киптерелгән кокос вағы менән биҙәйбеҙ. 🍓🍒🫐Еләктәр, шоколад, сәтләүек ҡулланырға ла була.
🔥8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
В Уфе прошёл всероссийский круглый стол по вопросам развития нотариата
Всероссийский научно-практический круглый стол на тему «Тенденции развития нотариата как института защиты прав граждан и юридических лиц» состоялся 7 июня в ЦУР Башкортостана в Уфе.
👍31
💞 “Башҡортостан ҡыҙы” журналына ташлама менән яҙылығыҙ!

💥 10 – 20 июндә 2024 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалар менән яҙылыу ун көнлөгө үтә.
4
Июнь һаны - 2024

Тышлыҡта – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф отличнигы Сәкинә Шәйхисламова.

 #башҡортостанҡыҙы
#журнал #БашкортостанКызы #башкортостан💚 #башкортостан #казань #уфа 🔹 https://bashkizi.ru/
🔥4
💢 Ҡәйнәбеҙҙән аманат

Йылайыр районынан Миңһылыу Мырҙабаева – турпыша, йәғни сепрәктән һуғылған балаҫ оҫтаһы.

📍 Дауамы сайтыбыҙҙа: https://bashkizi.ru/articles/be-e-b-ygel-r/2024-06-11/yn-be-n-amanat-3805855
5
☀️ Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда бик эҫе була. Урыны менән һауа температураһы +35 градусҡа тиклем күтәрелә.

☀️ Кесе йома, 13 июндә, яуым-төшөмһөҙ, ҡояшлы һауа торошо көтөлә. Ел көньяҡтан төндә талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +16,+21°, таулы райондарҙа +11, көндөҙ +29,+34°.

☀️ Йома, 14 июндә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.

Шәмбе, 15 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көньяҡтан, төндә талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15,+20°, көндөҙ +30,+35°.

Сығанаҡ: "Башинформ".
💢 Киләһе эш аҙнаһы шишәмбенән башлана
Башҡортостанда киләһе эш аҙнаһы шишәмбенән башлана, тип иҫкә төшөрҙөләр республиканың Хеҙмәт министрлығында. “16 июндә билдәләнеүсе Ҡорбан байрамы йәкшәмбегә тура килә, шуға ял көнө 17 июнгә күсерелә”, – тип белдерҙеләр министрлыҡта.
4👍1
Шәп атайҙар бәйгеһе

“Атай даны” тип исемләнгән йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә республика конкурсы – атайҙарға үҙ тарихы менән таныштырырға, лайыҡлы танылыу алырға ярҙам итеүсе проекттың абруйы йылдан-йыл арта. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ошо проектты биш йыл элек булдырғайны.

Бәйгелә үҙҙәрен һынарға теләүсе атайҙар үҙҙәренең һөнәри, шәхси уңыштары, балаларының ҡаҙаныштары, батырлыҡҡа тиң эштәре, ғаилә традициялары, үҙ районында йәки ҡалаһында йәшәүселәргә ярҙам итеүҙәре хаҡында бүлешергә мөмкин.

Конкурста ҡатнашыуға заявканы 2024 йылдың 15 июненә тиклем ошо һылтанма аша бирергә мөмкин: https://forms.yandex.ru/cloud/66444a5feb6146f61fbc6587 йәки конкурс хаҡындағы положениела күрһәтелгән документтар пакетын әҙерләп, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының түбәндәге электрон адресына ебәрергә кәрәк: oprb2011@mail.ru.

Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (347) 280-82-36 телефоны буйынса (Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппаратының ойоштороуҙы тәьмин итеү бүлеге) белергә була.
👍42
🌙 ҠОРБАН БАЙРАМЫ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН! 🤲🏻
🙏7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Салауат районында Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған «Салауат йыйыны-2024» республика фольклор байрамы үтте
🔥5