Азат Бадранов «Изге подписка»ла ҡатнашты
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Китап байрамындағы «Изге подписка» хәйриә акцияһына ҡушылды. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ғаиләләренә төрлө баҫмалар яҙҙырҙы.

👍3🆒1
🌺 Ҡурай ҡыҙы
Ғүмер сылбырының туҡһанынсы тиҫбеһен ваҡлаған талантлы шағирә, тормошсан хикәйәләр, халыҡ яратып тыңлаған йырҙар авторы Дилә Булгакова һаман да сафта һәм ижад ҡаҙанының уртаһында ҡайнап йәшәй. «Ҡурай ҡыҙы» исемле ижад емеше лә – халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралына оло мәҙхиә ул.
📍Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2024-05-26/uray-y-y-3782262

👍5
💢 «Дим буйында талдар бар...»
Беҙ атай һәм әсәйгә игеҙ бәхет, игеҙ шатлыҡ булып донъяға тыуғанбыҙ. Игеҙәктәр ҡуш бәрәкәт алып килә, тип ышанғандар бит элек. Беребеҙгә – Люциә, икенсебеҙгә Лилиә тип исем ҡушҡандар. Башта бер сәңгелдәктә тирбәлгәнбеҙ. Уны ағас эштәренә ифрат оҫта булған Миңлеғәзиз ҡартатайым яһаған. «Шунан, һыймай башлағас, ике сәңгелдәккә айырып һалдыҡ», – тип һөйләй торғайны әсәйем.
📍 Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/be-e-b-ygel-r/2024-05-27/dim-buyynda-taldar-bar-3787476

💞 «Үрмә гөлдәй көнгә һонолам, Күңелемде һаҡлай шул йолам...»
Гөлнара Хәлфетдинова шиғриәтендә тәрән фәлсәфә, төплө аҡыл сағыу хистәр, яҡты уйҙар менән тығыҙ үрелеп килә. Шағирәнең күңел донъяһы берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, уның баҙыҡ, һутлы, көслө образдары уйландырыу, тетрәндереү һәләтенә эйә. Ижадкәрҙең сираттағы шиғри күстәнәсе лә журнал уҡыусыларыбыҙ күңеленә хуш килер, тигән өмөттәбеҙ.
📍 Шиғри шәлкем сайтта: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2024-05-27/rm-g-ld-y-k-ng-onolam-k-elemde-a-lay-shul-yolam-3787490

👍6❤2
🚴♀ Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» велопарады ойошторола
Йәкшәмбе, 2 июндә, Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» традицион велопарады үткәрелә. Республика велосипедсыларының күләмле сараһында ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла.

👍6
💥 Өфө уҡыусыһы Владимир Путиндан бүләк алды
Дәүләт башлығының автографлы портреты йәш яҡташыбыҙға президенттың Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә тапшырылды.

👍5👏1
🗣 «Күҙ алдымда – томан»
«Бөтә төҫтәр баҙыҡлығын юғалтты: ыуыҙ йәшел үләндең дә, хатта май ҡояшының да сағыулығын тоймайым. Донъяны томан аша күрә башланым», – ти был сиргә тарыусылар. Өфө ҡалаһы 8-се клиник дауаханаһының 1-се күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-офтальмолог Айҙар Ғаяз улы ЙӘМЛИХАНОВ менән әңгәмәбеҙ күҙ ауырыуҙары араһында иң таралған сир – катаракта тураһында.
📍 Альмира Кирәева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/sikh-t/2024-05-28/k-aldymda-toman-3789005

👍5🙏1
💞 Аҡ яҙмыш
Муйылдар күперек аҡ күбеккә күмелгәндә, алмағастар шау сәскәгә төрөнгәндә, күктәр иһә зәп-зәңгәргә мансылғанда аҡ бәхеттең үҙе булып донъяға ауаз һала Әлфирә. «Ошо зөмрәт май мәңгегә йөрәккә уйылған, өс малайҙан һуң көтөп алынған иң ҡәҙерле бүләгебеҙ, иң ҙур һөйөнөсөбөҙ – һин ул, бер бөртөгөбөҙ», – тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп, ҡабатларға ярата әсәһе. Ысынлап та, Рәсүл менән Әнисә Йортбәковтар ҡыҙҙары Әлфирәнең тыуыуына һөйөнөп бөтә алмай. Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылының абруйлы инәйҙәре, апай-еңгәйҙәре йәш ғаиләнең ҡыуанысын ихлас уртаҡлаша: бәпесте тәмле аш-һыу табыны янында матур күлдәк, йүргәк, ойоҡбаш менән ҙурлап ҡаршы ала улар.
📍 Айзилә Мортаева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/-n-rene-o-ta-y/2024-05-28/a-ya-mysh-3789015

👍4🕊2
☀️ Өфө табиптары яңы ҡорамал ярҙамында 780 грамм ауырлыҡтағы сабыйға операция яһаны
Баш ҡалабыҙҙың Республика клиник перинаталь үҙәгендә яңы ҡорамалдар ярҙамында 780 грамм ауырлыҡтағы сабыйға тәүге операция яһалды. Табиптар бәпесте ҡотҡарып ҡалды. “Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу" программаһы ярҙамында беҙгә үпкәне яһалма елләтеү өсөн өс аппарат һәм наркоз-тын алыу аппараты килде. Беҙ яңы ҡорамалдар менән тәүге операция яһаныҡ», — тип аңлатма бирҙеләр медицина үҙәгендә.

🔥6❤1
📌 Алдағы йәкшәмбелә, 1 июндә, Өфөнөң Арт-квадрат майҙансығында "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале үтә.
👍3🕊2
«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы быйыл егерменсе тапҡыр үтә.
16 июндә Салауат районында ойошторолған сара милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арнала.

👍4❤2
💢 Матур булыу сәнғәте
Гүзәллек кешене нәфисләндерә, яҡшырта, рухи һәм әхлаҡи сафландыра. Матурлыҡ тыуҙырыу һәм йәшлекте оҙайтыу оҫталығына эйә ул «Орхидея» массаж һәм эстетик косметология студияһы етәксеһе Гүзәлиә Фидаил ҡыҙы МӘҮЛЕТОВА. Ҡатын-ҡыҙҙарға рәхәтләнеп ял итә, үҙен алиһә итеп тойҙортҡан мөғжизәле урын ул. Иғтибарлы, ипле тәбиғәтле, йомшаҡ телле һылыуға күптәр күңел серҙәрен дә бушата. Донъяны гүзәллеккә сорнау нескәлеге – уның тәбиғәтендә.
📍 Альбина Ғөбәйҙуллина мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/a-byl-atyn-y/2024-05-29/matur-bulyu-s-n-te-3790338

👍4
Forwarded from Башкирский батальон
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Гульназ Кутуева, поэтесса.
Письмо любимому на фронт.
Союз журналистов Республики Башкортостан принял решение о проведении нового конкурса для представителей СМИ – ВИДЕОКОНКУРСА «Здравствуй, боец!».
Суть его – моральная поддержка наших земляков, находящихся в зоне СВО.Такие письма очень востребованы ребятами, которые скучают по родному дому, по своим близким и друзьям.

👍3🕊2❤1
🚔 Хәҙер ГАИ ул
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы баш идараһы начальнигы Михаил Черников хәбәр итеүенсә, ул етәкләгән ведомство рәсми атамаһын алмаштыра.

👍4🤩1
💦 ⛈ Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 30 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал.
👍6😢1
Пенсияны Дәүләт хеҙмәттәре аша юллағандар
Йыл башынан Башҡортостанда йәшәүсе 2380 кеше ҡартлыҡ буйынса пенсияларын автоматик рәүештә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша юллаған, тип хәбәр итә Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.
Бының өсөн өҫтәмә документтар тапшырыу кәрәкмәй, ғариза ғына яҙыу талап ителә.
Шуныһы мөһим: пенсияға сығыусының шәхси лицевой иҫәбендә уның хеҙмәт эшмәкәрлегенең бөтә осорҙары ла сағылырға тейеш. Барлыҡ мәғлүмәттәр ҙә ингәнме-юҡмы икәнен белеү өсөн, Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәттәрендә, йә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, йә булмаһа Күп функциялы үҙәк офистарында лицевой иҫәптән күсермә алырға мөмкин.
Әгәр күсермәлә мәғлүмәттәр дөрөҫ икән, ғариза теркәлгәндән алып өс сәғәт эсендә пенсия иҫәпләнәсәк. Был турала Дәүләт хеҙмәттәр порталында шәхси кабинетҡа хәбәр киләсәк. Пенсия, кешенең теләге буйынса, йә ғаризала күрһәтелгән банк иҫәбенә, йә почта аша күсереләсәк.
Фото: “Башинформ”.

☀️💖☀️ 1 ИЮНЬ – ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ!
Беҙҙең бәхет - ябай ғына,
Әсәй булһын эргәлә.
Атай йылмайып ҡараһын,
Сәй эсәйек бергәләп.
Өләсәйҙең, олатайҙың
Арҡанан һөйөүе шәп!
Инәй, апа - был туғандар
Бергә йәшәмәй нишләп?
Уйыныбыҙ - үҙе тормош,
Гөр киләбеҙ беҙ бергә.
Бер туғандар йыйылғанда
Күңел бошонмай бер ҙә.
Беҙҙең бәхет сере ябай -
Дуҫ, татыу йәшәү рәхәт!
Беҙҙең бәхетте һаҡлаған
Атай- әсәйгә рәхмәт!
Гөлназ Ҡотоева.
🌺Ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр һәм ҡәҙерле балалар! Байрам менән ҡотлайбыҙ! Һәр ғаиләгә уңыш һәм бәхет, иман һәм шатлыҡ ҡына юлдаш булһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын. 🌺

🕊6❤4