БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.26K photos
8.83K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат ҡалаһының «Беҙҙең театр» рус йәштәр театры 8-се ижад миҙгелен премьера менән асты

Был юлы коллектив драматург Туфан Миңнуллиндың әҫәренә мөрәжәғәт иткән. Гөргөри кейәүҙәре этнографик музыкаль комедияһы бер ғаилә тормошон күҙ алдына баҫтыра. Гөргөри менән Кәтернә исемле төп геройҙар кесе ҡыҙҙарын керәшен татарҙары йолалары буйынса кейәүгә бирергә ҡарар итә. Яусылау, кейәүҙәр араһында көрәш, йыр-бейеү буйынса һынауҙар менән үрелеп бара.
👍1
Баш ҡалала “Кеше эҙләйем” тигән акция үтә

Ул “Изге Өфө” хәйриә сараһы барышында уҙғарыла. Йорт хайуандарын алырға теләгән кешеләрҙе 15 ноябрҙә “Ҡашҡаҙан” паркына саҡыралар. Халыҡты Өфө приюттарында тәрбиәләнгән эттәр менән таныштыралар. Ветеринария клиникаһы белгестәре менән кәңәшләшергә була. Ҡотороу сиренән вакцина яһатырға, чип ҡуйҙырырға мөмкин. Өйрәтеү үҙәгендә шөғөлләнгән эттәрҙең сығышы күрһәтелә. Хайуандарға ҡарата яуаплы булырға өйрәткән дәрес уҙғарыла. Шулай уҡ уйын һәм конкурстар ойошторола. Үткән акция барышында 223 эткә хужа табылған.
Башҡортостандың ике ҡалаһы ЮНЕСКО-ның ижади ҡалалар селтәренә индерелә

Өфө - “Музыка”,Стәрлетамаҡ - “Халыҡ ижады һәм һөнәрҙәре” йүнәлешен тәҡдим итә. Республика Эшҡыуарлыҡһәм туризм министры Светлана Верещагина белдереүенсә, ЮНЕСКО объекттарыныңстатусы инвесторҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уята. “Янғантау” геопаркын үҫтереү һәм“Салауат ере” комплексын булдырыу быға асыҡ миҫал булып тора, тине ул.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тура эфирҙа 8 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡаралды

Һәр мөрәжәғәткә-яуаплы ҡараш. Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнештә ҡатнашҡан йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар билдәләүенсә, Радий Хәбиров һәр һорауға тулы һәм йөкмәткеле яуап ҡайтарҙы. Урында уҡ яуаплы органдарға, урындағы үҙидаралыҡтарға киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса йөкләмәләр бирелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө суднолары навигацияға әҙерләнә

Баржалар, туҡталыу урындары һәм суднолар һыуҙан ергә күтәрелә.Өфө суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводы өсөн ҡыш тыныс ял миҙгеле түгел, ә көсөргәнешле һәм планлы эш осоро. Йылғалар туңып, температура нулдән түбән төшкәс, караптар тергеҙелә һәм навигацияны лайыҡлы ҡаршылауға нигеҙ һалына башлай. Һыу транспортына өр-яңынан йән өрөүселәр менән беҙҙең ижади төркөм осоашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡазан ҡалаһында Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды

Ҡазан ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды. Татарстандың баш ҡалаһында ижади аҙналыҡ Таңсулспан Ғарипованың «Бөйрәкәй» спектакле менән асылды. Спектакль Ғәлиәскәр Камал театрының тарихи сәхнәһендә ҡуйыла, артабан бөтә спектаклдәр ҙә яңы, заманса майҙансыҡта үтәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры «Рәсәйҙең Алтын ҡулсаһы» буйлап гастролгә сыға

15-23 ноябрҙә Башҡорт оркестры Тәүге тапҡыр Сергиев Посады, Переславль-Залесский, Бөйөк Ростов, Иванов, Углич, Суздаль һәм Владимирҙа сығыш яһай. Гастроль Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «Беҙ-Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә үтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Яуыз китап» балалар фильмының ябыҡ премьераһы үтте

Төп ролдәрҙе йәш актерҙар-«Яңы донъя» театр һәм кино студияһы тәрбиәләнеүселәре башҡара. Сюжет буйынса төп герой ҡурҡыныс хикәйәле китап уҡый һәм шул тиклем уның эстәлегенә мауыға, хатта персонаждарҙы күрә башлай. Фильмдың иң төп мәғәнәһе, артыҡ ҡурҡыуға бирелһәң улар терелә башлай.
👍1
Республика йәштәре федераль гранттар ала

Башҡортостан Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың гранттар конкурсында бишенсе урын алған. Был турала Республика йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр итәләр. Башҡортостандан 7 проект еңеп сыҡҡан. Республика йәштәре 4 миллион 151 мең һумлыҡ ярҙам ала. Беҙҙең республика бындай конкурстарҙа ҡатнашыусылар буйынса алдынғы төбәктәр рәтендә. 2024 йылда беҙҙең йәштәр 80 миллион һумға яҡын федераль ярҙамға ирешкән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға бокс буйынса Европа беренселеге еңеүсеһе ҡайтты

Октябрскиҙан Азалия Әминева Ереванда үткән континенталь ярышта беренсе урын яуланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 йәшкә тиклемге спортсылар араһында уҙған финалда яҡташыбыҙ Латвиянан Екатерина Сорокинаны еңде.
1