БСТ | Яңылыҡтар
2.37K subscribers
5.25K photos
8.72K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Стәрлетамаҡтағы 29-сы мәктәп ашханаһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Ул 110 белем усағы араһында Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдергән. Радий Хәбиров ашнаҡсылар коллективын ҡотлаған. Өфөләге 115-се гимназия ашханаһы “иң яҡшы 20 ашхана” исемлегенә индерелгән. Стәрлетамаҡтағы 7-се мәктәп ашнаҡсыһы Рима Черненко “Мәктәп ашханаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы” номинацияһында икенсе урын алған. “Беҙҙең республика бишенсе йыл рәттән уҡыусыларҙы ашатыуҙы ойоштороуҙа яҡшы өлгө күрһәтә. Был өлкәлә мәсьәләләр бар ине. Тырышлыҡ һөҙөмтәһендә күптәрен яйға һалыуға өлгәштек. Юғары һөҙөмтәне юғалтмайыҡ. Был эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт”, - тип яҙған Радий Хәбиров.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2025» конкурсында еңеүсе булды

Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе командаһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2025» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Ҡала мәғариф учреждениелары араһында ойошторолған номинацияла 70 төбәктән 110 белем усағы ҡатнаша.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында һалдаттар өсөн яңы ашхана сафҡа инде

Объект тыл районында урынлашҡан. Бында ягирҙар өсөн йылы аш әҙерләргә мөмкин. Көнөнә өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Ер аҫтындағы ашхананы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау алып килгән «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы солисы Айгиз Ханов, ҡурайсы Илнур Һибәтуллин, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлсөм Бикбулатова барып күрҙе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һыуһыҙлыҡ мәсьәләһе хәл ителә: Райман һәм Тулыбай ауылдарына яңы мөмкинлектәр

Йәшәү сығанағы. Республика башлығының тура бәйләнешенә килгән һорауҙарҙың бер өлөшө йылдағыса ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеүгә бәйле. Бөтә мөрәжәғәттәр буйынса ла тейешле ҡарарҙар ҡабул ителә. Уларҙың ҡайһы берҙәре хаҡында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл республикала кешеләрҙең һыуҙа һәләк булыу осраҡтары 3,5 процентҡа кәмегән

Иҫкәртеү саралары һөҙөмтәһендә 311 кеше ҡотҡарылған, уларҙың 52-һе-балалар.
Һыу инеү миҙгеле йомғаҡтары Хөкүмәттең ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышында барланды. Башҡортостан рәсми пляждар һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл башынан Башҡортостан туристар ағымы буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө

Рәсәйҙә 17-се баҫҡыста. Республикала авторлыҡ экскурсиялары, тау, сәнәғәт, йылға турҙары буйынса йәмғеһе 800-ҙән ашыу маршрут булдырылған. Туристик объекттар йылдан-йыл арта. Ике йыл элек Өфө районында эш башлаған А-фрейм йорттары ла ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары күңелен яулаған урындарҙың береһе. Миҙгел тамамланыуға ҡарамаҫтан, йорттарҙы ҡуртымға алыусы туристар кәмемәй.
🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Краснодарҙа Борис Мәҡсүдов исемендәге конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

«Рәсәй 24» каналы хәбәрсеһе ике йыл элек махсус операция биләмәһендәге ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан ваҡытта Запорожье өлкәһендә һәләк була. Уның исемендәге ижади конкурс махсус хәрби операция һәм яңы төбәктәр тормошон яҡтыртҡан хәбәрселәргә арналған иң ҙур майҙансыҡ. Быйыл унда 44 төбәктән 400-гә яҡын киңъ мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Жюри 900 эш араһынан иң-иңдәрен һайлап, алты еңеүсене билдәләне. Улар араһында беҙҙең коллегаларыҙ, БСТ телеканалы журналистары Гүзәл Ситдиҡова менән Гүзәл Хәмитова ла бар.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Аҫылғужа Баһумановтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан әҙәби кисә үтте

Йөрәгем-кирелгән йәйә. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында билдәле яҙыусы Аҫылғужа Баһумановтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан ойошторолған әҙәби кисә шулай тип аталды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Кесе Нуриев» алтынсы халыҡ-ара фестивале асылды

Фестивалдә Башҡортостан һәм ил төбәктәренән, Белорусиянан, Бүрәт, Саха-Яҡут республикаларынан, Ҡырғыҙстандан уҡыусылар ҡатнаша. Уның барышында заман хореография мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, билдәле хореографтарҙың оҫталыҡ дәрестәрен уҙғарыу ҡаралған, фестиваль 2 ноябрҙә Гала-концерт менән тамамлана.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө тарихы музейында «Өфө һүрәттәре»күргәҙмәһе асылды

Экспозиция ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы баш ҡаланың боронғо һәм хәҙерге иҫтәлекле урындарын һүрәтләгән рәссам-скетчерҙарҙың эштәре менән таныштыра. Үҙ картиналарын ижад итеү өсөн авторҙар төрлө техника ҡулланған. Һүрәттәр ручка, ҡәләм һәм буяуҙар менән төшөрөлгән. Музейҙа бөтәһе 30-ға яҡын ижали эш әтҡдим ителгән. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында профессиональ рәссамдар ҙа, һәүәҫкәрҙәре лә бар. «Өфө һүрәттәрен»ә 25 ноябргә тиклем тамаша ҡылырға мөмкин.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың театр проекты сираттағы ижад миҙгелен асты

Шулай ҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлаусылар төркөмө тарафынан 2013 йылдың сентябрендә булдырылған коллектив миҙгел әйләнәһенә эшләне. «Мин бит әсәй» тип исемләнгән пьеса театр проекты етәксеһе Алһыу Ғәлина тарафынан ижад ителгән. Спектакль әсә бәхете тураһында бәйән итә, бала бағыуға бәйле мәсьәлә күтәрә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Халыҡтар берҙәмлеге көнөн ҡаршы алырға йыйына

Был байрам тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Дүрт быуаттан ашыу элек Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе баҫҡынсыларҙан азат итә. Шул ваҡыттан алып ошо дата илгә хәүеф янағанда берҙәмлектең, татыулыҡтың төп көс булыуы хаҡында хәтерләтеп тора. Күп милләтле Башҡортостан өсөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө айырым әһәмиәткә эйә, төбәктә быуаттар дауамында йөҙҙән ашыу милләт бер ғаилә булып дуҫ, татыу йәшәй. Байрам айҡанлы улар Өфөнөң «Торатау» конгресс холына йыйылды. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Константин Толкачев бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһына төрлө һөнәр эйәләре-уҡытыусылар, инженерҙар, транспорт идаралығы белгестәре, ауыл хужалығы эшсәндәре, төҙөүселәр саҡырылғайны. Улар республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда инвалидтар өсөн яңы эш урындары булдырыла

Мөмкинлектәр сикһеҙ. Һуңғы ун айҙа Республика мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән 1625 инвалидтың яртыһы эшкә урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта эш биреүселәр мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға вакансия, инфраструктура булдырыуға һәм стажировкаларға киткән сығымдары өсөн субсидия алыуға дәғүә итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө юридик институтына — 55 йыл: хоҡуҡ һаҡсыларының төп әҙерлек үҙәге юбилейын билдәләй

Өфө Юридик институтына-55 йыл. Мөһим дата хөрмәтенә уҡыу йортонда тантаналы сара үтте.
Рәсәй Эске эштәр министрылығының Өфө юридик институты хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн алдынғы кадрҙар әҙерләй. 55 йыл эсендә 25 меңдән ашыу белгес сығарылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге Нурия Абдуллинаны хөрмәтләп иҫкә алды

Республика йәмәғәтселеге үҙешмәкәр композитор, йырсы һәм радиожурналист Нурия Абдуллинаны хөрмәтләп иҫкә алды. Бөгөн коллегабыҙҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер йыл.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Беренсе тирмә» проекты ирекмәндәре хәрбиҙәрҙе Луганск госпиталендә ҡарай

Бер йыл инде «Беренсе тирмә» проекты ирекмәндәре хәрбиҙәрҙе Луганск госпиталендә ҡарай. Унда барыр өсөн ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ отпуск юллай, эш биреүсе менән килешә һәм ғаиләләренең ризалығын ала. Сменалар 2 аҙна дауам итә, бер төркөм икенсеһен алмаштыра. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуыуынса, ирекмәндәребеҙ йәрәхәтләнгән яугирҙарҙы ашата, кейемдәрен алмаштыра, туғандары менән бәйләнеш булдыра.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Был аҙнала Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр рәсми рәүештә ҡабул ителә башланы

Ул 11 ноябрҙә киске сәғәт етелә үтә. Әйтергә кәрәк, халыҡты борсоған һорауҙар яуапһыҙ ҡалмайй. Салауат районының Мөрсәлим ауылы халҡы ла быйыл, ниһайәт Өфөгә һәм Силәбегә үҙ ауылынан тимер юл транспортына ултыра ала. Быға тиклем улар өсөн юл йөрөү ысын мәғәнәһендә ғазапҡа тиң булған. Баш ҡаланан 210 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан ауыл халҡы былтыр төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әлшәй районында фермер ауыл хужалығы министрлығы грантын отоп 5 млн һум ярҙам алған

Эшҡыуарҙарға - дәүләт ярҙамы. Әлшәй районында фермер ауыл хужалығы министрлығы грантын отоп 5 млн һум ярҙам алған. Раевка ауылында йәшәүсе Фәнзил Фәйзрахманов был суммаға 20 һыйыр һәм трактор һатып алған. Герефорд тоҡомло һыйырҙарҙы ул ит продукцияһын етештереүҙә файҙаланырға ниәтләй.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шаран ауылының 1-се мәктәбендә Советтар Союзы Геройы Дмитрий Кармишин иҫтәлегенә Герой партаһы асылды

Дмитрий Карми́шин 1926 йылдың 4 ноябрендә Шаран районы Залесовка ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы яуҙары штурман булып үтә. 1956 йылдың 7 ноябрендә Венгр халыҡ республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Сарала уҡыусылар Геройҙың данлыҡлы яу юлы һәм тормошо тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышты.
👍4