БСТ | Яңылыҡтар
2.37K subscribers
5.25K photos
8.72K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда нейроселтәр буйынса беренсе һөнәри әҙерлек дипломдары тапшырылды

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында һөнәри әҙерлек дипломдары тапшырылды.
«Мәғлүмәт ресурстары һәм нейроселтәр менән эшләү буйынса белгес» программаһы буйынса 150 кеше белемен камиллаштырған. Яңы йүнәлеш «Кадрҙар» милли программаһы буйынса тормошҡа ашырылған.
3👍1🥰1
Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелгән түләүҙәр артты

Республика хөкүмәтенең ошо турала ҡарары бар. Документҡа ярашлы, табиптар 1 миллион ярым һум ала. Ауыл һәм ҡасабаға эшкә барған фельдшер, акушер һәм шәфҡәт туташтарына 750 мең һум түләнә. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары Башҡортостандың бөтә хакимиәттәрендә тормошҡа ашырыла.
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә берәҙәк эттәр артҡан

Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев Калинин районы хакимиәт башлығын шуның өсөн тәнҡитләне. “Үткән аҙнала Өфөлә урам эттәренә бәйле 80 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 6 кеше, шул иҫәптән 2 баланы эт тешләгән. Калинин районы йыл дауамында бындай хәбәрҙәр буйынса беренсе урында килә. Был насар күренеш”, - тине Ратмир Мәүлиев. Калинин район хакимиәтенә быйыл берәҙәк хайуандар тураһында 501 мөрәжәғәт килгән. 527 эт һәм бесәй тотолған. “3 кешене йорт хайуандары тешләүе асыҡланды. Хужалары уларҙы морондоҡһоҙ йөрөткән”, - тине Калинин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Дмитрий Миронов.
Башҡортостан вәкилдәре Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты

Илдең баш ҡалаһында “АпиДар” бал продукцияһы Бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Ул 20-гә яҡын төбәктән килгән умартасылар һәм апипродукция етештереүселәрҙе берләштерҙе. Ярышта Башҡортостандан 6 кеше ҡатнашты. Улар 16 төр продукция тәҡдим итте. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса, яҡташтарыбыҙ 24 призлы урындың етәүһен яуланы. “Прополислы продукттар” номинацияһында Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге еңеүсе булды. Күгәрсендән Ольга Лыщенко ошо уҡ номинацияла өсөнсө урын алды. Өфөнән Артур Абсатаров ике номинацияла бүләкләнде. Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы сайтында танышырға була.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яңы мобиль ҡушымта тәҡдим итте

Бушлай һанлы ҡушымта оператив рәүештә ҡотҡарыусылар саҡыртырға, географик координаттарҙы билдәләргә, хәүеф янаған осраҡта мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Мобиль ҡушымта аша пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйле иҫкәртеү мәғлүмәте таратыла. МАКС ҡушымтаһына бәйле интерактив ярҙамсы граждандарға төрлө һорауҙар буйынса онлайн яуап ҡайтара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында һанлы мутлашыу темаһына түңәрәк өҫтәл уҙҙы

Белгестәр мессенджерҙарҙы хәүефһеҙ ҡулланыу тураһында кәңәштәр бирҙе, мутлашыуҙың билдәләрен асыҡларға, әгәр картанан аҡса урланған булһа, эш итеү алгоритмдарын өйрәтте. Тикшерелгән мәсьәләләр араһында Ватан мессенджеры «МАХ» үҫеше һәм хәүефһеҙлеге ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы Келәш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Бер йыл эсендә бишенсе ФАП. Иглин районы Келәш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина учреждениеһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында сафҡа инде. Хәҙер ул Үктәй ауыл биләмәһенә ҡараған ике тораҡ пункта йәшәүсе 300 самаһы кешене, шул иҫәптән 40-ҡа яҡын баланы хеҙмәтләндерәсәк.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға хәтер кисәһе үтте

Өфөлә күренекле йырсы һәм композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте. Әҙәби-музыкаль сара Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында ойошторолдо
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Белем» йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе

Республика башлығы Радий Хәбиров «Белем» йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Осрашыуҙа «Белем» йәмғиәтенең хәрби-илһөйәрлек һәм мәғрифәтселек йүнәлештәрендәге эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, яңы маҡсаттар билдәләнде.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан парламенты социаль һәм ҡануни үҙгәрештәрҙе ҡараны

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр көнө, шәхси клиникаларға өҫтәмә яуаплылыҡ, дини символдарҙы алып ташлауҙы тыйыу, граждандарҙы ҡабул итеүҙең яңы юлдары. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө 26-сы пленар ултырышында ошо һәм башҡа закон проекттары ҡаралды. Парламент депутаттары Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙиндың отчет докладын да тыңланы. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төп ҡануни үҙгәрештәр тураһында репортаж.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда импортты алмаштырыусы яңы продукт-анилин етештерә башлау планлаштырыла

Республика йортонда уҙғарылған «Инвестиция сәғәте»ндә «Яңы материалдар һәм химия» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған проект ҡаралды. Уға ярашлы, инвестициялар күләме 15 миллиард һумға етә, шул уҡ ваҡытта йөҙҙән ашыу яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Яңы производство дүрт йыл эсендә сафҡа инер тип көтөлә. Рәсәйҙең сәнәғәтте үҫтереү фонды линияһы буйынса льготалы кредит алынасаҡ. Бынан тыш, «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә сәнәғәт эшен алып барыу буйынса килешеү төҙөү башланғысы ла хупланды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан уҡыусылары дрондарҙа осорға һәм роботтар төҙөргә өйрәнә

Инженер һөнәрен ғәмәлдә.Республика инженер лицей-интернатында белем алыусы уҡыусылар «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты буйынса дрондарҙа осоу нигеҙҙәрен өйрәнә. Башҡортостанда егерме мәктәп заманса кабинеттар менән йыһазландырылған. Бынан тыш, үҫмерҙәр робототехника өлкәһендә лә төплө белем ала.Киләсәктә техник фәндәр менән шөғөлләнәнеүселәр сафын тулыландырасаҡ йәш инженерҙарҙың уңыштарын беҙҙең ижади төркөм өйрәнде.
🥰3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хәрби-сәйәси эш пункты асылды

Яугирҙар рухын күтәреп. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хәрби-сәйәси эш пункты асылды. Ул хәрби-ялан клубы менән музейҙан тора. Үҙенең сәхнәһе лә бар. Бында яугирҙар өсөн хәүефһеҙ шарттарҙа концерт ойошторорға мөмкин. Тәүгеләрҙән булып пункт сәхнәһен «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән бергә, махсус хәрби операция биләмәһенә юлға сыҡҡан артистар һынап ҡараны.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев һәйкәлен һүтеү яҡын көндәрҙә тамамланасаҡ

Эш барышы федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау мәсьәләһе буйынса күҙәтеү советының сираттағы кәңәшмәһендә тикшерелде.
Өс тиҫтәнән ашыу кешене берләштергән советҡа тарихсылар, төҙөүселәр, скульпторҙар, металдарҙы өйрәнеүсе ғалимдар һәм башҡа белгестәр ингән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә түләүле туҡталҡаларға хаҡ күтәрелеүе ихтимал

Урамдарҙың айырым участкаларында парковка урындарына ихтыяж артыуы күҙәтелә. Шуға күрә киләсәктә түләү суммаһы үҙгәреүе мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡала үҙәгендәге түләүле парковкалар эшенә старт 27 июндә бирелде. Улар иртәнге сәғәт 7-нән киске сәғәт 9-ға тиклем эшләй. Хаҡы-сәғәтенә 40 һум. Нисә кеше түләүле парковкалар менән ҡуллана һәм хатҡарҙың артыуына кем нисек ҡарай?
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дим тимер юл станцияһында пассажирҙар төрлө белгестәрҙән консультация алды

Тимер юлы транспортын көткәндә һаулығыңды тикшерт. Бөгөн Дим тимер юл станцияһында пассажирҙар төрлө белгестәрҙән консультация алды. «Сәләмәтлек көнө» акцияһына теләгән һәр кем ҡушылды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ете йыл эсендә Башҡортостанда һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылған

Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын нығытыуға, ауыл медицинаһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Республика фельдшер-акушерлыҡ пункттары иҫәбе буйынса ла ил кимәлендә алдынғы урынды биләй. Радий Хәбиров менән тура линияға килгән һорауҙарҙың бер өлөшө лә тап фаптар төҙөлөшөнә бәйле. Былтырғы мөрәжәғәттәр буйынса эш һөҙөмтәләре киләһе материалда
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзынан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам

Халыҡтар берҙәмлеге байрамы уңайынан Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзынан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам. Улар сәксәк,татлы кәнфиттәр тупланмаһы һәм Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы уҡыусыларынан йылы йөкмәткеле хаттар әҙерләгән. Күстәнәстәргә йөрәк йылыһы һалынған.. Хәйриә акцияһында йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан.
👍2🥰1👏1
Стәрлетамаҡтағы 29-сы мәктәп ашханаһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Ул 110 белем усағы араһында Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдергән. Радий Хәбиров ашнаҡсылар коллективын ҡотлаған. Өфөләге 115-се гимназия ашханаһы “иң яҡшы 20 ашхана” исемлегенә индерелгән. Стәрлетамаҡтағы 7-се мәктәп ашнаҡсыһы Рима Черненко “Мәктәп ашханаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы” номинацияһында икенсе урын алған. “Беҙҙең республика бишенсе йыл рәттән уҡыусыларҙы ашатыуҙы ойоштороуҙа яҡшы өлгө күрһәтә. Был өлкәлә мәсьәләләр бар ине. Тырышлыҡ һөҙөмтәһендә күптәрен яйға һалыуға өлгәштек. Юғары һөҙөмтәне юғалтмайыҡ. Был эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт”, - тип яҙған Радий Хәбиров.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2025» конкурсында еңеүсе булды

Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе командаһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2025» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Ҡала мәғариф учреждениелары араһында ойошторолған номинацияла 70 төбәктән 110 белем усағы ҡатнаша.
2