Аңлатабыҙ. Башҡортостан
224 subscribers
3.99K photos
523 videos
1 file
1.85K links
Download Telegram
👛 Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын финанс мутлашыусыларҙан яҡлау маҡсатында 18 майҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн финанс грамоталыҡ» темаһына вебинар үткәрә.

Спикерҙар мутлашыусыларҙың яңы схемалары һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, шулай уҡ финанс инструменттарына аҡса һалыуҙың дөрөҫ һәм законлы ысулдары тураһында һөйләйәсәк.

Браузер аша вебинарға нисек тоташырға

1 - cbr.imind.ru һылтанмаһы буйынса үтегеҙ
2 – Сараның ID һандарын яҙығыҙ: 934-715-442
3 - «Дауам итергә» төймәһенә баҫығыҙ
4 - «Мин системала теркәлмәгәнмен» ҡушымтаһын һайлағыҙ
5 - «Исемегеҙ» тигән юлға ҡатнашыусының исемен яҙығыҙ
6 - «Сараға инергә» төймәһенә баҫығыҙ

Мобиль ҡоролма аша вебинарға нисек тоташырға

1 - «Mind Meeting Бизнес» ҡушымтаһын күсереп алығыҙ https://mind-meeting-business.softonic.ru/
2 - «Сараға ID аша ҡушылырға» ҡушымтаһына күсегеҙ
3 - «Ҡунаҡ» ҡушымтаһын һайлағыҙ
4 – «Сараның ID һандарын индерегеҙ” юлына 934-715-442 һандарын яҙығыҙ
5 - «Исемегеҙҙе яҙығыҙ» тигән юлға ҡатнашыусының исемен яҙығыҙ
6 - «url» тигән юлға "cbr.imind.ru" һылтанмаһын индерегеҙ һәм «Ҡушылырға» төймәһенә баҫығыҙ

Вебинар сәғәт 12-лә башлана, ләкин уға 10 минут алдан ҡушылырға кәрәк.

Сараға тоташырға онотмағыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Хәҙер Телеграм-каналдағы Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының чат-боты ярҙамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары, шул иҫәптән иҫерек водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең дә ошондай ҡылыҡтары тураһында хәбәр итергә мөмкин.

Мөрәжәғәттә закон боҙоу урыны хаҡында мәғлүмәтте, адресын, автомобилдең дәүләт номерын һәм уның хәрәкәт итеү маршрутын күрһәтергә, ваҡиғаны һүрәтләргә һәм фото йәки видео һалырға кәрәк.

Чат-ботҡа һылтанма: https://t.me/GIBDDRB_02bot

Иғтибар итегеҙ, чат-ботҡа килгән ғаризалар, мөрәжәғәттәр һәм һорауҙар рәсми тип һаналмай.

Был чатта аноним хәбәр ҙә ҡалдырырға була.

Рәсми мөрәжәғәттәр өсөн Дәүләт автоинспекцияһы сайтын файҙаланырға кәрәк: гибдд.рф/request_main – «Мөрәжәғәттәр ҡабул итеү» бүлеге.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары тураһында хәбәрҙәр ҡабул иткән ҡыҙыу линияһы ла тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8 (347) 279 32 92

Уяу булығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Үлән яндырыу нимәһе менән ҡурҡыныс?

- Төтөн - уның менән ағыуланып, кешеләр яфалана, хайуандар үлә.
- Янғын хәүефе - сәғәтенә - 5 саҡрым, көслө ел иҫкәндә 25-30 саҡрым тиҙлек менән тарала, тораҡ пункттарҙы ялмап алыуы ихтимал.
- Тәбиғәт өсөн зыян - янғын булған урында үҫемлектәр 5-6 йылдан һуң ғына ҡабаттан үҫә.

Ут менән бик һаҡ эш итергә кәрәк:
- Усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.
- Шырпыны һәм газлы тоҡандырғыстарҙы балаларҙан йәшереп тоторға кәрәк.
- Иретеп йәбештереү йәки утҡа бәйле башҡа эштәрҙе ҡоро һәм ел булған көндәрҙә эшләргә ярамай.

Өйҙәрҙән йыраҡ түгел ерҙә үлән яна икән, нимә эшләргә:

- 101 йәки 112 номеры буйынса ошо хаҡта хәбәр итергә кәрәк.
- Ҙур булмаған янғынды һыу, тупраҡ йәки ҡом һибеп үҙаллы һүндерә башларға мөмкин.

Әгәр урман янғыны йәки урман массивтары янында ут күрһәгеҙ, кисекмәҫтән урман һағының бушлай берҙәм номеры буйынса (8 (800) 100-94-00) йәки Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә (8 (347) 218-14-14) хәбәр итергә кәрәк.

Иғтибар итегеҙ, 2023 йылдың 17 апреленән 15 майына тиклем республика биләмәһендә, шул иҫәптән урман фонды ерҙәрендә лә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Ә 2023 йылдың 30 апреленән урманға барыу һәм унда транспорт менән инеү сикләнде.

Был янғын хәүефенең артыуына бәйле һәм туристарға, бәшмәкселәргә, һунарсыларға, урманда ял итеүселәргә ҡағыла. Эшмәкәрлектәре урманға бәйле кешеләргә был сикләү ҡағылмай. БР Урман хужалығы министрлығының «Граждандарҙың урманға барыуын һәм унда транспорт менән инеүҙе сикләү тураһында»ғы бойороғо.

Һаҡ булығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
🧑‍🌾 Мәғлүмәт баҡсасылар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ

Республика Хөкүмәтенең агросәнәғәт комплексы һәм тәбиғәттән файҙаланыу департаменты «Минең баҡсам - Башҡортостан» ТГ-каналын булдырҙы.

Яңы проект нимәһе менән файҙалы?

Бында һәр баҡсасы ярҙам саралары, көнүҙәк һәм дөрөҫ мәғлүмәттәр, файҙалы кәңәштәр менән таныша ала. Ә дача тотоусыларға консультатив ярҙам алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Тиҙҙән «Минең баҡсам - Башҡортостан» Бәйләнештә һәм Одноклассник селтәрҙәрендә барлыҡҡа киләсәк.

Ошонда яҙылабыҙ 👉 https://t.me/SNTRB/4

Шәп кәйеф һәм мул уңыш теләйбеҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Театр һәм киноға алған ялған билеттарҙан нисек һаҡланырға

Билетты ҡулаҡсаға әйләндереү маҡсатында мутлашыусыларҙың Пушкин картаһы ярҙамында алынған билеттарҙы арзанға һатыуы мөмкин.

Ошондай билет һатып алһаң, уның менән сараға эләгеп булмай.

Сәбәбен аңлатабыҙ.

Икенсе кеше Пушкин картаһы буйынса һатып алынған билет менән файҙалана алмаһын өсөн билетта карта хужаһының тулы исеме күрһәтелә. Ингән ерҙә иһә, QR- кодты ҡарағандан һуң паспорт йәки «Дәүләт хеҙмәттәре Мәҙәниәт» ҡушымтаһындағы фото менән профиль күрһәтеүҙе һораясаҡтар.

Ялған билет һатып алыуҙан нисек һаҡланырға:

- Пушкин картаһы буйынса билет һатып алыу өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре Мәҙәниәт» мобиль ҡушымтаһын, Культура.РФ сайтын йәки программала ҡатнашыусы ойошмаларҙың сайттарын файҙаланығыҙ.
- Башҡа төрлө билеттар һатып алыу өсөн мәҙәниәт ойошмаларының рәсми сайттарын ҡулланығыҙ.
- Ҡулдан билет һатып алмағыҙ.

Электрон билетты ҡулдан һатып алғанда аҡса юғалтыу хәүефе бар. Әгәр һеҙ ошондай хәлгә юлыҡҡанһығыҙ икән, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.

Пушкин картаһы - Мәҙәниәт һәм Һанлы үҫеш министрлыҡтары, «Почта Банк» акционерҙар йәмғиәтенең берлектәге проекты. Ул уҡыусыларға һәм студенттарға музейға, киноға, театрға һәм башҡа төрлө сараларға бушлай йөрөргә мөмкинлек бирә. Бының өсөн дәүләт йылына бер тапҡыр картаның балансын тулыландырып тора, мәҫәлән, 2023 йылда ул 5 мең һум тәшкил итә.

Картаны нисек юлларға - мәғлүмәт ошо һылтанма буйынса

Башҡортостан афишаһын Культура.РФ сайтында ҡарарға мөмкин.

«Пушкин картаһы» программаһына булышлыҡ итеү хеҙмәте: 8 (800) 100 06 45

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Башҡортостанда эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр һәм үҙ бизнесын асырға теләгәндәр өсөн Эшҡыуарлыҡ аҙналығы уҙғарыла.

Тулыраҡ мәғлүмәт һәм ҡатнашыусыларҙы теркәү https://cmbrb.ru/ сайтындағы «Саралар» бүлегендә йәки 7 (347) 224-99-99 телефоны буйынса

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
В Башкортостане пройдет Неделя предпринимательства – для самозанятых, предпринимателей и тех, кто желает начать свой бизнес.

С 22 по 26 мая в Уфе будут работать площадки:

• Дом инновационного предпринимательства «Фабрика будущего» (ул. Мира, 14),
• Sheratonplaza Ufa Congress Hotel (ул. Цюрупы, 7),
• Фонд развития и поддержки малого предпринимательства РБ (ул. К.Маркса, 37),
• БРО «Опора России» (ул. К.Маркса, 46),
• Многофункциональный центр «Артерия» (проспект Октября, 67/2),
• Конгресс-холл «Торатау» (ул. Заки Валиди, 2).

Неделю предпринимательства также поддержат и муниципалитеты республики, где пройдут тематические мероприятия для представителей бизнеса.

В программе – онлайн и офлайн форматы встреч с участниками.

Участие – бесплатное.

Главная цель – это информирование субъектов МСП о мерах господдержки и развитие предпринимательского потенциала в современных условиях. Каждый участник сможет задать интересующие вопросы и получить ответы по профилю.

Посмотреть программу Недели предпринимательства, выбрать удобный формат и тему, а также зарегистрироваться для участия можно на сайте https://cmbrb.ru/ в разделе «Мероприятия» или по телефону:

+7 (347) 224-99-99

Организаторы – Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан при содействии институтов поддержки предпринимательства, общественных объединений предпринимателей и вузов в рамках национального проекта «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы».
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
Photo
Эшселәр яллау өсөн субсидия программаһы нисек эшләй?

Программа сиктәрендә эш биреүсе эшһеҙҙәрҙе эшкә урынлаштырған өсөн дәүләт ярҙамы ала.

Программала төрлө тармаҡтағы ойошмалар, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙар һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Субсидия алыу өсөн «Рәсәйҙә эш» порталында онлайн ғариза ҡалдырырға йәки мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Субсидия район коэффициентына, страховка иғәнәләре суммаһына һәм эшкә урынлашҡан кешеләр һанына арттырылған 3 минималь хеҙмәт хаҡына тиң. Эш биреүсе тәүге түләүҙе - дәғүәсе эшкә урынлашҡандан һуң бер ай үткәс, икенсеһен - 3 айҙан һуң, өсөнсөһөн 6 айҙан һуң аласаҡ.

Эш биреүсе, түбәндә һанап үтелгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырғас, дәүләт ярҙамы алырға мөмкин:

- махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм хәрби хәрәкәт барышында бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары
- Украинанан килгән ҡасаҡтар
- мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән 30 йәшкә тиклемге дәғүәселәр (шулар иҫәбендә - эш тәжрибәһе булмаған юғары уҡыу йортон һәм колледж тамамлаусылар, инвалид кешеләр, етем балалар, бәлиғ булмаған балаларҙың ата-әсәләре һәм башҡалар)
- штатты ҡыҫҡартыу һөҙөмтәһендә эшен юғалтҡан хеҙмәткәрҙәр
- эштән бушатыу хәүефе янаған һәм икенсе эш биреүсегә күсерелгән хеҙмәткәрҙәр

Бының өсөн эш биреүсегә:

1- «Рәсәйҙә эш» порталында онлайн ғариза яҙырға һәм вакантлы урындар исемлеген беркетергә йәки мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә
2 - тейешле кандидаттар ебәрелгәс, улар араһынан белгестәр һайлап алырға һәм эшкә урынлаштырырға
3 - шунан һуң бер айҙан Рәсәйҙең Социаль фонды сайтындағы шәхси кабинет аша субсидияға ғариза ебәрергә
4 - эш биреүсе ғариза биргәндән һуң, Социаль фонд 10 көн эсендә компанияны һәм уның яңы хеҙмәткәрҙәрен, шул иҫәптән уларҙың эш хаҡын тикшерә, һуңынан субсидияның тәүге өлөшөн күсерә. Артабан фонд бөтә мәғлүмәттәрҙе тикшереп барасаҡ һәм субсидияның ҡалған өлөшөн ғаризаһыҙ түләйәсәк.

Мөһим. Ойошма 2023 йылға тиклем теркәлергә, уның эш хаҡы һәм мотлаҡ түләүҙәр - һалым, штраф һәм башҡалар буйынса бурысы булмаҫҡа тейеш. Хеҙмәткәрҙе тулы көнгә эшкә урынлаштырыу һәм уға минималь эш хаҡы күләменән кәм булмаған эш хаҡы түләү мотлаҡ. Әгәр эш биреүсе ошондай субсидия алырға теләй икән, хеҙмәткәр рәсми рәүештә эшһеҙ статусына эйә булырға тейеш.

Башҡортостандың эш биреүселәре өсөн эшселәр яллау буйынса субсидиялау программаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
Photo
👪 Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы

Башҡортостан күркәм ғаиләләре менән дан тота. Республикала балаһы булған 470 меңдән ашыу ғаилә бар, уларҙың 59 меңе - күп балалы. Был, Волга буйы төбәктәре араһында - 1-се, илдә 7-се урын, тигән һүҙ.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында башҡа ведомстволар менән берлектә әҙерләнгән саралар программаһы түбәндәгесә:

🎶 15 - 17 майҙа - «Ғаилә хиты» республика акцияһы. Яратҡан йырығыҙҙы бөтә ғаилә менән башҡарырға, видеоға төшөрөргә һәм уны 17 майға тиклем #семейныйхит2023 хэштэгы менән Бәйләнештә селтәрендә урынлаштырырға кәрәк (сәхифә бөтәһе өсөн дә асыҡ булырға тейеш). 22 майҙа Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре «ВКонтакте» социаль селтәрендә тура эфирҙа еңеүсене билдәләйәсәк. Приз - музыка колонкаһы.

🌞 16 майҙан 16 июнгә тиклем «Ғаиләнең изгелек бумерангы» акцияһы старт ала. Теләге булғандар үҙҙәренең әйберҙәрен бер үк ваҡытта ике һәм унан күберәк балаһы тыуған ғаиләләр менән бүлешә ала. Яңы һәм ҡулланыуҙа булған әйберҙәр - балалар мебеле, коляскалар, саналар, велосипедтар, баланы һикертеү, йөрөтөү өсөн яйланмалар, ашатыу өсөн ултырғыстар, стерилләү өсөн аппараттар һәм башҡалар ҡабул ителә.

📵 17 майҙа - «Файҙалы осрашыуҙар марафоны». Мәғариф бүлектәре, үҫмерҙәр клубтары һәм «Ғаилә» үҙәктәре эксперттары балалар һәм ата-әсәләр өсөн гаджеттарһыҙ һәм компьютер уйындарынан тыш йәйге ялды әүҙем һәм ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу темаһына консультация бирәсәк. Осрашыуҙар Күп функциялы үҙәк майҙансыҡтарында, үҫмерҙәр клубтарында һәм мәҙәниәт йорттарында 17 сәғәттән 19 сәғәткә тиклем уҙа.

🏕 17 майҙа - «Ғаиләләр өсөн йәйге биш маршрут». Туризм буйынса белгес балалары булған ғаиләләр өсөн Башҡортостан буйлап популяр булған уңайлы туристик маршруттар хаҡында һөйләйәсәк. Маршруттар менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

👩‍⚕️18 майҙан 20 майға тиклем - «Сәләмәт ғаилә - сәләмәт республика» акцияһы. Республика сәләмәтлек үҙәктәре белгестәре ошо көндәрҙә бушлай консультация үткәрә. Иғтибар, алдан яҙылырға кәрәкмәй. Консультацияларҙың ваҡыты - сәғәт 8-ҙән 14 сәғәткә тиклем. Социаль селтәрҙәрҙә ғаиләләр өсөн файҙалы видеоматериалдар урынлаштырыласаҡ.

💒 19 - 20 майҙа - «Ура, беҙ өйләнештек!» акцияһы. Ошо көндәрҙә өйләнешеүселәрҙең барыһына ла никах теркәгән ваҡытта район һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәренән ҡотлау открыткалары бүләк итәсәктәр.

👩‍👦20 майҙа Ғаиләне алмаштырыусы ғаиләләр форумы. Баланы уллыҡҡа алған йәки алырға теләгән ата-әсәләрҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Социаль фонд, опека һәм попечителлек органдары һәм башҡа төрлө ведомстволарҙың тар йүнәлешле белгестәренән консультация алыу мөмкинлеге буласаҡ. Уҙғарыу урыны - «Торатау» конгресс-холы, ваҡыты - иртәнге сәғәт 10-дан 17 сәғәткә тиклем. Теләгән һәр кем бушлай ҡатнаша ала. Әгәр балаларығыҙҙы ҡалдырырға кеше юҡ икән, уларҙы үҙегеҙ менән алығыҙ - балалар өсөн ижади һәм ғилми оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы теркәү өсөн күрһәтелгән һылтанма ҡулланыла.

21 майҙа - «Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары менән поход» акцияһы. Был көндө Атайҙар советы вәкилдәре, «Ғаилә» хеҙмәте белгестәре һәм бөтә республика муниципалитеттары вәкилдәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн походтар йәки пикниктар ойоштора. Акцияла ҡатнашырға теләгән ғаилә ағзалары муниципалитеттың Ғаилә хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә тейеш.

Сараларҙа ҡатнашыу - барлыҡ теләүселәр өсөн бушлай. Тулыраҡ мәғлүмәт күрһәтелгән сайтта урынлаштырылған.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
✔️ Хөкүмәт инвалид балаларҙың ата-әсәләре өсөн өҫтәмә ял көндәрен файҙаланыу тәртибен яңыртты

2023 йылдың 1 сентябренән инвалид баланың атаһы йә асәһе, опекуны йәки попечителе йыл дауамында өҫтәмә 24 ял көнө алырға мөмкин.

Әле ата-әсәнең береһенә, опекунға йәки попечителгә яҙма ғариза буйынса инвалид баланы тәрбиәләү маҡсатында айына түләүле өҫтәмә дүрт ял көнө бирелә. Уны үҙең генә файҙаланырға йәки икенсе законлы вәкил (әгәр булһа) менән бүлешергә мөмкин. Тотонолмай ҡалған көндәрҙе икенсе айға күсерергә йәки йыйырға ярамай.

Яңы закон үҙ көсөнә ингәндән һуң бындай мөмкинлек буласаҡ.

Яңы тәртип ата-әсәләргә был көндәрҙе ай дауамында алырға йәки, уларҙы бергә ҡушып, бер тапҡыр түләүле өҫтәмә 24 ял көнө алырға мөмкинлек бирәсәк.

Әгәр ата-әсә, опекун йәки попечитель дүрттән ашыу өҫтәмә ял көнөн бер юлы алырға теләй икән, ял графигын етәкселек менән һөйләшеп килешергә тейеш. Йәғни хеҙмәткәргә датаны эш биреүсе менән ҡарарға һәм кадрҙар бүлегенә ғариза бирергә кәрәк буласаҡ.

Һәр ял көнө өсөн түләү ата-әсәнең, опекундың йәки попечителдең уртаса эш хаҡына тиң.

Инвалид бала тәрбиәләгән өсөн түләүле өҫтәмә ял көндәре биреү тураһындағы ҡарар

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Башҡортостанда ялған аҡсалар 4 тапҡырға тиерлек кәмегән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк белгестәре.

2023 йылдың тәүге кварталында республиканың банк системаһында 16 ялған аҡса асыҡланған. 2022 йылдың ғинуар-мартында 59 ялған купюра асыҡланған булған.

Әгәр аҡсаның ысын булыуына шик тыуһа, нимә эшләргә?

Шикле банкноталарҙы алырға кәрәкмәй. Аҡса янсыҡҡа барып еткәнсе уны тикшерергә кәрәк.

Шулай ҙа ялған банкнота ҡулығыҙға килеп инһә - ҡулланмағыҙ. Уны банкҡа экспертизаға алып барырға кәрәк. Был хеҙмәт бушлай күрһәтелә.

Ысын купюраларҙың тикшереп ҡарай торған билдәләре була, уларҙы ябай күҙ менән дә күреп була.

Аҡсаның ысын булыуын билдәләү ысулдарын ҡайҙан белергә була:

- Рәсәй банкыһы сайтында CBR.RU
- FINCULT.INFO сайтында
- «Рәсәй банкыһы банконаталары» мобиль ҡушымтаһында

Уяу булығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан