Аңлатабыҙ. Башҡортостан
224 subscribers
3.99K photos
523 videos
1 file
1.85K links
Download Telegram
19 июлдә 15.00 сәғәткә ҡарата бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһында 291 319 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Бөтәһе 285 220 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 49-ы - уҙған тәүлектә.

Вакцинаның I компонентын - 2 941 674 кеше,
II компонентын 2 765 245 кеше һалдырған.

Коронавирус инфекцияһынан үлем осраҡтары теркәлмәгән, мәрхүм булғандарҙың дөйөм һаны 5 761 кеше.

Сығанаҡ: https://vk.com/glavbash

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! COVID-19 сиренән прививка эшләтегеҙ.

Республика Ситуация үҙәгенең берҙәм телефон номеры: 8 (347) 218-19-19, 122 (өҫтәмә 2)

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Өфө фән һәм технологиялар университеты - Башҡортостандың ике ҙур юғары уҡыу йорто булған Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштергән яңы уҡыу йорто шулай аталасаҡ.

Ике юғары уҡыу йортон берләштереү Рәсәйҙә яңы ҡеүәтле һәм етди ғилми фекерҙәр үҙәге, белем биреү процесы һәм технологиялар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Яңы уҡыу йортонда белем биреү процесы нисек үҙгәрер? Юғары уҡыу йорттарын берләштереү студенттарға нисек йоғонто яһар? Саҡырылған ҡунаҡтар һәм эксперттар Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә.

Брифингты 21 июлдә 19:00 сәғәттә БЮТ каналында, Республикаға идара итеү үҙәгенең, Башҡортостан Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәрендә һәм Аңлатабыҙ. Башҡортостан төркөмөндә ҡарағыҙ.

Һылтанма: https://vk.com/video/@obyasnyaem102?z=video-201146046_456241331%2Fclub210976283%2Fpl_-210976283_-2

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәҙер Дәүләт хеҙмәттәрендә автомобиль һатыуҙы хәүефһеҙ рәсмиләштерә алаһығыҙ. Һанлы үҫеш һәм Эске эштәр министрлыҡтары ошо килешеүҙе ярайһы уҡ ябайлаштырасаҡ сервис булдырҙы.

Тулыраҡ мәғлүмәтте видеола ҡарағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Урман янғындарын асыҡлау, төҙөлөштө күҙәтеү, ҡалаларҙың 3D моделен булдырыу... Һанап үтелгәндәр улар башҡарған эштәрҙең бер өлөшө генә.

Юҡ, был супергеройҙар түгел. Был - Рәсәй дрондары. Уларҙы етештереүгә Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы булышлыҡ итә.

Пилотһыҙ осоусыларыбыҙҙың сикһеҙ мөмкинлектәре тураһында видеонан ҡарағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Юл-транспорт ваҡиғаһына шаһит булһаң, нимә эшләргә? Зыян күреүсене автомобилдән сығарырға кәрәкме, ниндәй осраҡта быны эшләргә ярамай - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының видеокүрһәтмәһендә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Бөтә Рәсәй «Һаулыҡ һәм туризм» сәләмәтләндереү тәжрибәләре фестивале тәүге тапҡыр Башҡортостанда үтә һәм йыл һайын үткәрелеүсе дискуссия, фәнни, күргәҙмә майҙансығына әүереләсәк.

Мунсала сабыныу белгестәренең милли федерацияһы булышлығында Башҡортостан Хөкүмәте сараны ойоштороусы булып тора.

Фестивалдә Башҡортостандан һәм Рәсәй субъекттарынан туризм өлкәһендәге 1000-дән ашыу белгес ҡатнаша. Улар туризм өлкәһенә инвестициялар йәлеп итеү, физик һәм рухи көстө тергеҙеү өсөн эске, атап әйткәндә, рекреацион туризмды үҫтереү мәсьәләләрен тикшерә. Фестивалдең төп темаһы «Туристик өлкәлә импортты алмаштырыу» пленар ултырышында ҡараласаҡ. «Рәхәттә» тәүге мунса фестивален уҙғарыу төп сараларҙың береһе булмаҡсы.

Сара ҡасан була: 2022 йылдың 23-24 июле
Ҡайҙа: Башҡортостан Республикаһы, Ҡырмыҫҡалы районы, Түбәнге Тимкә ауылы, Революция урамы, 1А («Фазенда» ҡала ситендәге клубы)
Инеү: бушлай

Сарала ҡатнашыу өсөн алдан түбәндәге сайтта теркәлергә кәрәк: нарахате.рф

Белешмәләр өсөн телефон: +7 (800) 234-87-85

Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostan_gov

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
20 июлдә 15.00 сәғәткә ҡарата бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһында 291 368 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Бөтәһе 285 259 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 39-ы - уҙған тәүлектә.

Вакцинаның I компонентын - 2 947 386 кеше,
II компонентын 2 769 145 кеше һалдырған.

Коронавирустан 1 пациент вафат булған. Мәрхүм булғандарҙың дөйөм һаны - 5 762 кеше.

Сығанаҡ: https://vk.com/glavbash

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. COVID-19 сиренән прививка эшләтегеҙ.

Республика Ситуация үҙәгенең берҙәм телефон номеры: 8 (347) 218-19-19, 122 (өҫтәмә 2)

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Машина алырға уйлайһығыҙмы?

Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы кредит алыу өсөн уңайлы шарттар тәҡдим итә. Илдә етештерелгән автомобилдәргә ташлама машина хаҡының 35 процентҡа тиклемен тәшкил итәсәк.

Программа менән кем файҙалана ала - ошо хаҡта мәғлүмәт карточкаларҙа.

Яңы программалар нигеҙендә ниндәй шарттар тәҡдим ителеүе һәм ул мөмкинлектәр менән нисек файҙаланыу хаҡында объясняем.рф сайтында таныштырабыҙ: vk.cc/cfbntE.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡаланан ситтә йорт һатып алыу әлегә тиклем еңел булманы! Ә хәҙер Хөкүмәт дача һатып алыу өсөн йылына ни бары 3 процент менән льготалы ипотека индерҙе.

Ошондай участкаларға ихтыяж артыуын иҫәпкә алғанда, яңы программа ваҡытында эшләй башланы.

Роликта тейешле бонустар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелә

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәбиғи аҙыҡ-түлек яратаһығыҙмы? Ә уны көн һайын ашарға теләр инегеҙме?

Хәҙер был мөмкин. Президент дачаларҙа тауыҡ, ҡаҙ һәм йорт ҡуяндары үрсетергә рөхсәт иткән законға ҡул ҡуйҙы. Дөрөҫ, бер нисә сикләү бар. Ошо хаҡта беҙҙең роликта ҡарағыҙ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
21 июлдә 15.00 сәғәткә ҡарата бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһында 291 421 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Бөтәһе 285 284 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 25-е - уҙған тәүлектә.

Вакцинаның I компонентын - 2 953 316 кеше,
II компонентын 2 773 114 кеше һалдырған.

Коронавирус инфекцияһынан үлем осраҡтары теркәлмәгән, мәрхүм булғандарҙың дөйөм һаны 5 762 кеше.

Сығанаҡ: https://vk.com/glavbash

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. COVID-19 сиренән прививка эшләтегеҙ.

Республика Ситуация үҙәгенең берҙәм телефон номеры: 8 (347) 218-19-19, 122 (өҫтәмә 2)

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Ошо мәлдә ҡарағыҙ! Тура эфирҙа - «Өфө фән һәм технологиялар университеты: яңы ҡарарҙар һәм ҙур мөмкинлектәр» брифингы

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә яңы электр автомобиленең исем туйы үтте. E-NEVA Tesla компанияһының электр автомобилен алмаштырырға мөмкин. Яңы автомобиль вице-премьер Денис Мантуровҡа тәҡдим ителде лә инде.

Ышаныслы, заманса технологиялар һәм тышҡы ҡиәфәт - яңы машинаның төп өҫтөнлөктәре

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берҙәм Өфө фән һәм технологиялар университеты итеп берләштеү башланғысының бер сәбәбе - глобаль конкуренция. Студенттар һәм уҡытыусылар өсөн ниндәй мөмкинлектәр асыла, берләшеүҙең ниндәй этаптары үтелгән һәм тағы нимә көтөлә? Ошо хаҡта БСТ каналындауҡыу йорттарын берләштереү буйынса брифингта Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров һөйләне.

Брифингтың яҙмаһы - түбәндәге һылтанма буйынса: https://vk.cc/cfgM4i
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Президент яңы законға ҡул ҡуйҙы. Закон уҡытыусыларға ғына түгел, уҡыусыларға ла ҡағыла.

Дәүләт педагогтарҙың тормошон ни рәүешле ябайлаштырҙы, һәм улар ни өсөн уҡыусыларға күберәк ваҡыт бүлә аласаҡ?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан